Башҡортостанда көндәрҙе һыуыта

Синоптиктар мәғлүмәттәренә ҡарағанда, һауа температураһы ғәҙәттәгенән 5-7 градусҡа түбәнерәк буласаҡ.
  • Башҡортостанда көндәрҙе һыуыта
Шулай итеп, әбейҙәр сыуағы тамам. Төнъяҡ Ҡазағыстандан һыуыҡ һауа массаһы үтеп инеү сәбәпле йылы көндәр менән хушлашырға тура киләсәк. Ваҡытлыса. Көндөҙ ни бары +2,+7 градус ҡына йылы булыр, тип көтөлә. Хатта ҡар ҡатыш ямғыр яуыуы ла ихтимал. Шулай ҙа, синоптиктар, киләһе аҙнанан тағы ла йылытасаҡ, тип ышандыра.