2022 йылда тарихи төбәктәрҙе илебеҙ составына алыу тураһындағы халыҡ-ара килешеүҙәргә ҡул ҡуйылды. Улар менән Башҡортостанды йылы дуҫлыҡ бәйләнештәре берләштерә. Өфөлә Еңеү Паркында старт алған һәм "Ватан"паркында дауам иткән бер нисә патриотик акция үтте. Тантаналы флешмобтарҙың нисек үтеүе һәм беҙҙең төбәктең шефлыҡҡа алынған биләмәләргә нисек ярҙам итеүе тураһында хәбәрсебеҙ Гүзәл Батыраева сюжетында.
2022 йылдың 30 сентябрендә Донецк һәм Луганск Халыҡ Республикалары, шулай уҡ Запорожье, Херсон өлкәләре Рәсәй менән берләшә. Байрам 2023 йылда булдырылды, ул тарихи ғәҙеллекте тергеҙеү символына әүерелде. "Өйгә рәхим итегеҙ" — тап ошо һүҙҙәрҙе өфөләр беҙҙең тыуған илебеҙ составына ингән яңы төбәктәрҙә йәшәүселәргә еткерә.
Башҡортостан туғандаш төбәктәргә һәр яҡлап ярҙам күрһәтә, тип билдәләне Радий Хәбиров үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә. Луганск Халыҡ Республикаһының шефлыҡҡа алынған Красный Луч ҡалаһы айырыуса иғтибар үҙәгендә тора. Республика Башлығы һүҙҙәренсә, ҡалала күләмле эштәр башҡарылған. Бергәләп тыныс тормошто тергеҙәбеҙ, яңынан йорттар һәм юлдар төҙөргә мәктәптәрҙе, балалар баҡсаларын һәм дауаханаларҙы ремонтларға ярҙам итәбеҙ. Беҙ шефлыҡҡа алған биләмәлә, Красный Луч ҡалаһында 250-нән ашыу торлаҡ, социаль, инфраструктура объекттарын тәртипкә килтерҙек. Әле лә эш дауам итә тигән Радий Хәбиров. Радий Хәбиров Донбассҡа һәм Новороссияға даими рәүештә гуманитар йөк ебәргән республика халҡына, ирекмәндәргә, эшҡыуарҙарға һәм меценаттарға рәхмәт һүҙҙәрен белдергән.
Был – Красный Лучтағы балалар дауаханаһы, элек бында йылы кейемдә йөрөргә тура килгән. Әле иҫке йылытыу ҡорамалдары алмаштырылған. Республикабыҙҙан барған белгестәр ярҙамы менән яғыулыҡ ҡаҙанлығы килтерелгән. Быйыл ҡала 30 ошондай йылытыу ҡоролмаһы аласаҡ. Ҡаҙандарҙы Стәрлетамаҡтан алып киләләр, тиҙҙән улар Красный Лучтағы башҡа социаль учреждениеларға ҡуйыласаҡ. Республикабыҙ гуманитар ярҙам ебәреүҙә лә әүҙем ҡатнаша.
Өфөлә берләшеү йыллығы уңайынан байтаҡ тантаналы ваҡиғалар уҙҙы. "Рәсәй менән мәңгегә" флешмобында ҡатнашыусыларҙы илһөйәрлек һәм Ватанға һөйөү берләштерҙе.
Шулай итеп, Торатау конгресс-холы янындағы майҙансыҡта "Бергәләп еңербеҙ" флешмобы үтте. Киң йәйелеп елберләгән әләмдәр Рәсәйҙең берҙәм һәм ҡаҡшамаҫ ил булыуын тағы ла бер тапҡыр раҫлай.







