Республиканың хеҙмәт министрлығы яугирҙар өсөн билдәләнгән квоталарҙы инҡар иткән эш биреүселәрҙе административ яуапҡа тарттырыу тураһында закон проектын өҫтәмә тикшереүгә ебәрә. Документ ҡанун боҙоусы компанияларға 20 меңдән 100 мең һумғаса штраф һалыуҙы күҙаллай. Махсус хәрби операция ветерандары ассоциацияһы иһә эш урыны эҙләгән яугирҙарға юғары талаптар ҡуйған предприятиеларҙы яуапҡа тарттырырға, ә яңы талаптарҙы үтәгән бизнесты, киреһенсә, субсидия һәм ташламалар менән дәртләндерергә тәҡдим итә. Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙа тикшерелгән закон проекты 100 кешенән артыҡ хеҙмәткәре булған ойошмаларҙа ветерандарға 1 процент квота бүлеүҙе күҙ уңында тота.
МХО ветерандарын эшкә алмағандарға штраф һалыу күҙаллана
Башҡортостанда махсус хәрби операция ветерандарын эшкә алмағандарға штраф һалыу тураһында фекер алышалар.







