Ошо ваҡытта уларға йәмәғәт урындарында ата-әсәләре йәки законлы вәкилдәре менән генән йөрөргә рөхсәт ителә. Тыйыу урамдарға, стадиондарға, майҙандарға, балалар һәм спорт майҙансыҡтарына, пляждарға, скверҙарға, ихаталарға һәм күп фатирлы йорттарҙа дөйөм ҡулланылыштағы урындарға, йәмәғәт транспортына, вокзал биләмәләренә һәм биналарына, йылға порттарына, аэропорттарға, интернет-кафеларға ҡағыла. Әгәр баланы полиция хеҙмәткәрҙәре тотһа, уның ата-әсәһе йәки уларҙың законлы вәкилдәре яуаплылыҡҡа тарттырыла-административ протокол төҙөлә.
Республикала балалар өсөн комендант сәғәте режимы үҙгәрә
1 октябрҙән республикала балалар өсөн комендант сәғәте режимы үҙгәрә.







