Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында Уҡытыусылар көнөнә арналған тантаналы сара үтте

Күп йыллыҡ фиҙәҡәр хеҙмәттәре өсөн Башҡортостан район-ҡалаларынан 40-тан ашыу уҡытыусы тәбрикләнде.
  • Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында Уҡытыусылар көнөнә арналған тантаналы сара үтте

Конкурс еңеүселәренә диплом һәм премиялар тапшырылды. Тулыраҡ хәбәрсебеҙ Гүзәл Батыраева сюжетында.

Миәкә районы Илсеғол ауылы мәктәбе уҡытыусыһы Нәсимә Шәйәхмәтова Республиканың почет грамотаһы менән бүләкләнде. Эшемде юғары баһалауҙарына сикһеҙ рәхмәтлемен, был награда тағын да дәртләнеберәк эшләргә көс бирә, ти тәжрибәле педагог.

Стәрлетамаҡ районы Талаҫ урта мәктәбе уҡытыусыһы – Раушания Сәғмән ҡыҙы дәрес барышында уҡыусыларҙың телмәрен, аралашыу ҡеүәһен үҫтереүгә ҙур иғтибар бүлә, заманса уҡытыу алымдарын файҙалана. Тәжрибәле педагог билдәләүенсә, балалар менән алып барылған көндәлек эш үҙ һөҙөмтәһен бирә, телһөйәрҙәр төрлө олимпиада-конкурстарҙа ҡатнашып ҙур еңеүҙәргә ирешә.

Тантаналы сараға бөтә Башҡортостандан — ҡала һәм райондарҙан, алыҫ ауылдарҙан иң алдынғы, ҡаҙаныштары менән танылған уҡытыусылар, мәғариф ветерандары һәм педагогтар йыйылды. Бындай саралар тәү сиратта — педагогтарҙың фиҙаҡәр хеҙмәтенә ихтирам билгеһе, ти уҡытыусылар.

Александр Шельдяев уҡытыусыларҙы һөнәри байрамдары менән ҡотланы, үҙенең тыуған мәктәбе уҡытыусыларына ла айырым рәхмәт белдерҙе.

Тантана барышында республиканың мәғариф өлкәһенә ҙур өлөш индергән уҡытыусыларға юғары дәүләт наградалары, маҡтау ҡағыҙҙары һәм рәхмәт хаттары тапшырылды. Сәхнәнән уларҙың ҡаҙаныштары барлап үтелде, һәр эшкә оло баһа бирелде.

Уҡытыусылар көнөнә бағышлап театр сәхнәһендә опера һәм балет артистарының байрам концерты күрһәтелде. Был сара — уҡытыусы хеҙмәтенең ҡиммәтен һәм уның йәмғиәттәге юғары ролен тағы бер тапҡыр раҫланы.