Ә маркетплейстар аша заказ үтәүселәргә лимит индерелде.
Ғаилә ипотекаһының процент ставкаһы һәм кредит суммаһы хәҙер балалар һанына бәйле. Бынан тыш, льготалы ипотека буйынса дәүләт субсидияһының максималь ваҡыты 15 йыл менән сикләнәсәк. Үҙгәрештәрҙең маҡсаты – дәүләт ярҙамын адреслыраҡ һәм демографик йүнәлешле итеү: ғаиләлә балалар күберәк булған һайын, ставка түбәнерәк һәм лимит юғарыраҡ буласаҡ. Шуға ҡарамаҫтан, бер балалы ғаиләләргә борсолорға кәрәкмәй, улар ғаилә ишәйгән һайын яңы шарттарҙа килешеүҙе яңырта ала. Был турала Рәсәй-Башҡортостан радиоһында Иҡтисади Башҡортостан тапшырыу эксперттары белдерҙе.
Беренсе октябрҙән марткетплейстарҙан тауар алыуға ла сикләү индерелде. Яңы ҡағиҙә төҙөлөш, сауҙа, логистика, мәғариф һәм айти өлкәләргә ҡағыла. Законға ярашлы, үҙмәшғүл бер үк заказсы менән ярты йыл дауамында айына 60 сәғәттән ашыу эшләй алмай. Был лимиттан артҡан осраҡта платформа яҡтар араһындағы үҙ-ара эш итеүҙе туҡтатырға тейеш. Был сара оҙайлы хеҙмәт мөнәсәбәттәрен гражданлыҡ-хоҡуҡи характерҙағы килешеүҙәр менән алмаштырыуҙы булдырмауға йүнәлтелгән.







