ИнвестБот

Республикала инвесторҙарға уңайлы булһын өсөн бик эштәр башҡарыла.
  • ИнвестБот
Үҙ предприятиеһын йәки етештереү ҡеүәттәрен арттырырға теләүселәр өсөн төп мәсьәлә- майҙансыҡ һайлау. Уңыш нигеҙҙә ошоға бәйле. Республиканың Үҫеш корпорацияһы "ИнвестБот" веб-ҡушымтаһын эшләгән. Ул белгестәр йәлеп итмәйенсә, проектты тормошҡа ашырғанда иҡтисади һөҙөмтәһе нисек буласағын белергә ярҙам итә. Яңыраҡ ҡушымта яңыртылған. Ул ҡулланыусының барлыҡ теләктәрен дә иҫәпкә ала, тип хәбәр итә республика башлығы үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәләрендә.