10 октябрҙә Өфөлә ат ярыштары үткәрелә

10 октябрҙә Өфөлә Республика көнө уңайынан «Аҡбуҙат» ипподромында ат спорты ярыштары үткәрелә.
  •  10 октябрҙә Өфөлә ат ярыштары үткәрелә

Башҡортостан Башлығы призына ярыштар көн ҡаҙағы буласаҡ, тип вәғәҙәләй ойоштороусылар. Бынан тыш, ҡунаҡтарҙы башҡорт эстрадаһы йондоҙҙарының сығыштары, халыҡ һөнәрселәренең оҫталыҡ дәрестәре, республика ҡымыҙсыларынан тәбиғи ҡымыҙ һәм милли аш-һыу йәрминкәһе көтә.