Видео ысын тәбиғи килеп сыҡҡан, әммә унда бер генә «тере кадр» ҙа юҡ.
Был башҡорт эстрадаһында нейроселтәр ярҙамында эшләнгән тәүге клип. Наил Башстайлдың башҡорт телендәге йыры «Ял бир инде» тип атала. Йырсы заманса технологиялар ярҙамында туған телдәрҙе һәм музыканы үҫтереүгә үҙ өлөшөн индерергә теләй. Яһалма зиһен шулай итеп башҡортса ла йырлай башлаған.
Наил Тимербаев әйтеүенсә, элек ошондай кимәлдәге клип төшөрөү ҙур аҡса һәм айырым бер ижади төркөм эшен талап иткән. Шулай ҙа клипты төшөрөү тулыһынса нейроселтәргә йөкмәтелмәгән. Йырсыға был эште йырып сығырға уның видеомонтажлау өлкәһендәге 12 йыллыҡ эш тәжрибәһе ярҙам иткән.







