Мәскәүҙең халыҡ-ара музыка йортонда үткән сарала ул "Башҡортостан 24" телеканалында эфирға сыҡҡан "Рөстәм Ғәббәсов менән кис ултырыу" программаһы менән "Иң яҡшы алып барыусы" тип танылды. Премияны алыуға илдең төрлө төбәктәренән быйыл 258 тапшырыу ебәрелгән.
Рөстәм Ғәббәсов "Иң яҡшы алып барыусы" махсус призға лайыҡ булды
Мәскәүҙә Эдуард Сагалаев исемендәге өсөнсө премияны тапшырыу тантанаһында беҙҙең коллегабыҙ Рөстәм Ғәббәсов "Иң яҡшы алып барыусы" махсус призға лайыҡ булды.







