Өфөнөң "Әр-Рәхим" мәсетендә яңы төҫлө яҡтыртҡыстар ҡабынды

Өфөнөң "Әр-Рәхим" мәсетендә яңы төҫлө яҡтыртҡыстар ҡабынды. Сағыу фотоһүрәттәрҙе «Башинформ» агентлығына блогер Илнара Рахманғолова ебәргән.
  • Өфөнөң "Әр-Рәхим" мәсетендә яңы төҫлө яҡтыртҡыстар ҡабынды
"Әр-Рәхим" мәсете төҙөлөшөн республика башлығы шәхси күҙәтеүгә алған. Өс йыл элек Радий Хәбиров төҙөлөш эштәрен тергеҙеү буйынса кәңәшмә үткәрҙе. Бынан һуң белгестәр майҙансыҡты төрлө яҡтан тикшерҙе һәм иман йортоноң торошон баһаланы. Мәсет төҙөлөшө 2024 йылдың 10 апрелендә ҡайтанан тергеҙелде.
"Әр-Рәхим" мәсете Өфөгә ингән ҡунаҡтарға яҡшы күренә. Тышҡы биҙәү эштәре аҙағына яҡынлашҡас хәҙер бина кешеләрҙең һәм автоһәүәҫкәрҙәрҙең иғтибарын бигерәк тә йәлеп итә. Аҡ диуарҙарына Ҡөръән аяттарынан сүрәләр яҙылған, ингән урынды ла биҙәй.