Йылайыр районынан Данил Ҡыуандыҡов 2024 йылда Оборона министрлығы менән контракт төҙөй. Скорпион позывнойы алған яҡташыбыҙ штурмлаусылар төркөмөндә Ҡыҙыл Яр ауылын азат итеүҙә ҡатнаша. Селидов янында оборонала торғанда "Мәскәй әбей" дроны һөжүм итеп, ҡаты яралана. Ҡарҙан үҙебеҙҙекеләр яғына 7 саҡрым шыуышып сыға, ҡулдарын өшөтә. Йәрәхәттәр ауыр булып сыға һәм Данил аяҡтарын юғалта. Ветеранға күптәнге хыялы — махсус коляска тапшырылды.
"Ватанды һаҡлаусылар" дәүләт фондының Башҡортостан филиалына йәнә махсус хәрби операция ветерандары саҡырылды. Уларҙың ҡайһы берәүҙәре адаптив кейем, реабилитация саралары алды. Ә шәхси компанияларҙа алышҡан яугирҙарға льготалар биргән хәрби бәрелештәр ветераны тигән танытма тапшырылды.
Осрашыуҙа ветерандарға ҙур ярҙам күрһәткән социаль координаторҙар ҙа билдәләнде. Уларҙың һәр береһе маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнде. "Ватанды һаҡлаусылар" дәүләт фондының Башҡортостан филиалы махсус хәрби операция яугирҙарының, ветерандарының һәм уларҙың ғаилә ағзаларының төрлө мәсьәләләрен хәл итә. Улар араһында тап тормош өсөн уңайлы шарттар булдырыу, йәмғиәткә яраҡлашып китеү — төп бурыстарҙың береһе булып тора.







