Иң күп милләтле класс

Иң күп милләтле класс - Өфө ҡалаһының Дим биҫтәһендәге 101-се мәктәбендә.
  • Иң күп милләтле класс

Аварҙар, үзбәктәр, тажиктар, въетнамдар һәм башҡа милләттәр башҡорт, рус телен теләп өйрәнә. 6Г класы әле ,"Берҙәмлек көсө" фестивалендә ҡатнашырға әҙерләнә. Үҙенсәлекле класс менән хәбәрсебеҙ Гүзәл Батыраева барып танышты.

Өфө ҡалаһының Дим районындағы 101-се мәктәп республиканың иң үҙенсәлекле белем усаҡтарының береһенә әүерелде. Бында 10 милләт вәкиле белем ала. 6Г класының иң әүҙем уҡыусыларының береһе – Михкамил Таджиев.

Класс үҙенең күп милләтле булыуы менән таң ҡалдыра. Беренсе ҡарашҡа улар ғәҙәти балалар, ғәҙәти синыф, тик уларҙың һәр береһенең тамырҙары төрлө тарафтарға, төрлө мәҙәниәттәргә барып тоташа. Уларҙың һәр ҡайһыһы тырышып рус, башҡорт телдәрен өйрәнә.

Аварҙар, үзбәктәр, тажиктар, вьетнамдар — барыһы ла ошо бер класҡа йыйылған. Улар тел кәртәләрен дә еңел үтә. Рус телен генә түгел, ә үҙҙәре йәшәгән республиканың дәүләт теле булған башҡорт телен дә ҙур теләк менән өйрәнә.

Уҡыусылар, тәү сиратта, тыуған телдәрен белергә тейеш, шул ваҡытта ғына үҫеп килгән быуын башҡа милләтте, уларҙың ғөрөф-ғәҙәттәрен ихтирам итергә өйрәнәсәк, ти рус теле уҡытыусыһы.

Әле иһә 6-сы «Г» класында ысын мәғәнәһендә эш ҡайнай. Сөнки улар алда торған ҙур ваҡиғаға — «Берҙәмлек көсө» тип аталған халыҡ-ара фестивалгә әҙерләнә. Был сара сиктәрендә милли аш-һыу буйынса оҫталыҡ дәрестәре лә ойошторғандар. 6-сы «Г» класы дәррәү ҡуҙғалып, ысын байрам ойошторҙо.

Һәр ғаилә үҙенең милли аш-һыуын алып килеп, уның тарихы һәм әҙерләү серҙәре менән уртаҡлашты. Бер үк табында авар хинкалиһы, үзбәк һәм тажик былауы, үҙенсәлекле вьетнам аҙыҡтары, башҡорттоң ҡыҫтыбыйы менән сәк-сәге йәнәшә урын алды.

Булған ризыҡтарҙан ауыҙ итеп кенә ҡалмайынса, балалар уларҙы бергәләп эшләргә лә өйрәнде. Бындай дөйөм табын балаларҙы ла, ата-әсәләрҙе лә тағы ла нығыраҡ яҡынайтты.

Төрлө милләт балаларын йыйған класс татыу, берҙәм булһын өсөн көсөңдө лә, ваҡытыңды ла йәлләргә ярамай, ти класс етәксеһе.

Төрлө мәҙәниәтте, тарихты, телде һәм милли аш-һыу серҙәрен берләштергән 101-се мәктәптең ошо класы — уҡыу йортоноң йөҙөк ҡашы. Мәктәп тормошонда класс етәксеһенең роле баһалап бөтөргөһөҙ оло хеҙмәт булыуын да оноторға ярамай.