Рәсәй Хөкүмәте рәйесе Башҡортостандың селекция өлкәһендәге уңыштарын юғары баһаланы

Мәскәүҙә "Алтын көҙ" агросәнәғәт күргәҙмәһенең пленар ултырышында Михаил Мишустин республика ҡаҙаныштарын айырым билдәләп үтте.
  • Рәсәй Хөкүмәте рәйесе Башҡортостандың селекция өлкәһендәге уңыштарын юғары баһаланы

Башҡортостан быйылғы аграр форумда үҫемлекселек һәм малсылыҡтағы селекция өлгөләре, заманса алымдарҙы тәҡдим итте. Төбәк стендын Хөкүмәт рәйесе Михаил Мишустин, вице-премьер Дмитрий Патрушев һә!м Ауыл хужалығы министры Оксана Лут ҡараны. Республика башлығы Башҡортостандың аграр өлкәләге ҡаҙаныштары һәм яңы проекттары менән таныштырҙы. Улар араһында үҫемлектәрҙең селекцион эшен тиҙләтеүсе комплекс айырым иғтибарға лайыҡ.

"Алтын көҙ" Рәсәй агросәнәғәт күргәҙмәһендә Рәадий Хәбиров “Росагролизинг” компанияһының яңы генераль директоры Владимир Балтер менән осрашты. Яҡтар артабанғы хеҙмәттәшлек тураһында фекер алышты. Башҡортостан Росагролизинг менән хеҙмәттәшлек сиктәрендә техника һатып алыу күләме буйынса беренсе урында тора.

Башҡортостан йылдағыса “Алтын көҙ” агросәнәғәт күргәҙмәһенә йөкмәткеле экспозиция әҙерләне. Республика стенды менән эре предприятиелар һәм башҡа төбәк етәкселәре ҙур ҡыҙыҡһыныу менән таныша. Ҡунаҡтар төбәктәге инновацион проекттар һәм аҙыҡө-түлек ассортименты, эшкрәтеү сәнәғәте өлгөләре менән таныша ала.