Бөйөк Ватан һуғышында еңеүҙең 72 йыллығын байрам итеүгә һанаулы ғына көндәр ҡалды. 3-се май илебеҙ өсөн нимәһе менән иҫтәлекле һуң?
Бынан 72 йыл элек совет һалдаттары дошманды үҙ ояһында дөмөктөрә башлай. Бад-Доберан, Нойбуков, Варин, Цешин ҡалалары фашистарҙан азат ителә. Немецтар күпләп пленға бирелә башлай. Беренсе украин фронты ғәскәрҙәре генә 34 мең немецты әсирлеккә ала.
1945 йылдың тап 3 майында Висмарк янында совет танкистары Бөйөк Британия десантсылары менән осраша.
1945 йылдың 3 майында маршал Конев етәкселек иткән беренсе украин фронты Чехословакияны немец-фашист илбаҫарҙарынан азат итә башлай.
1945 йылдың 3 майында Чехословакия партизандары Германияның 16-сы танк дивизияһы командиры, генерал-майор Мюллерҙы әсиргә ала һәм Совет ғәскәрҙәре ҡулына тапшыра.