Яйлап ҡына булһа ла көҙ үҙ хоҡуҡтарына инә

Өлкән йәштәгеләр иҫләйҙер, элегерәк был осорҙа ҡар ята торғайны.
  • Яйлап ҡына булһа ла көҙ үҙ хоҡуҡтарына инә
Әле иһә ҡояш йылы нурҙары менән иркәләй. Климат үҙгәрә. Синоптиктар мәғлүмәттәренә ҡарағанда, ҡар тик декабрҙә генә ятыр, тип көтөлә. 20 октябрҙән һауа температураһы түбәнәйә башлай. Көндөҙ 6-10 градус йылы, төндәрен бер аҙ һалҡыныраҡ буласаҡ. Күҙаллауҙарға ҡарағанда, ноябрь баштарынан көндөҙ 2 градусҡаса һыуытасаҡ. Әммә, синоптиктар фараздары буйынса, ай уртаһында беҙҙе тағы ла йылы көндәр көтә. Октябрь әбейҙәр сыуағы айы булды. Республика буйынса һауа температураһы 20, ә ҡайһы бер урындарҙа 24 градусҡа тиклем етте.