500-ҙән ашыу объекттың һәр береһендә тиерлек етешһеҙлектәр барлығы асыҡланды. Өфөлә генә 150-нән ашыу эре сауҙа үҙәге бар. Улар көн һайын тиерлек меңләгән кешене ҡабул итә. Белгестәр янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләренең теүәл үтәлешенә иғтибар биреп һәр объектты ентекләп тикшерҙе. Закон талабы буйынса, сауҙа комплекстары теләһә ниндәй ғәҙәттән тыш хәлгә әҙер булырға тейеш. Рейд барышында ғына ике меңгә яҡын етешһеҙлек асыҡланды. Сентябрь аҙаҡтарында Стәрлетамаҡта сауҙа үҙәге янып 4 кеше һәләк булғайны. Шаһиттар әйтеүенсә, янғын тураһында иҫкәртеүсе ҡоролма бөтөнләй эшләмәгән. Кеше үлеменә килтергән ғәҙәттән тыш хәлдән һуң республика башлығы прокуратура һәм ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығына сауҙа үҙәктәрен тикшерегә ҡушҡайны.
Сауҙа комплекстары теләһә ниндәй ғәҙәттән тыш хәлгә әҙер булырға тейеш
Прокуратура, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре Республиканың барлыҡ сауҙа үҙәктәрендә хәүефһелек талаптары үтәлешен тикшерҙе.







