Республика башлығы Радий Хәбиров ошо туралағы указға ҡул ҡуйған. Уның составына республика хөкүмәте, Өфө мэрияһы етәкселәре, Инфраструктура һәм социаль проекттар фонды һәм Башҡортостандың капиталь төҙөлөш идаралығы вәкилдәре ингән. Республикала бокс йәштәрҙең иң яратҡан спорт төрөнә әйләнә бара. Секциялар арта, тәжрибәле тренерҙар эшләй. Былтыр ғына беҙҙең 745 спортсы Рәсәй йыйылма командаһы составында көсөн һынап ҡараны. Әле Өфөлә бокс прогресы үҙәген проектлау тамамлана. Унда юғары кимәлдәге ярыштар үткәреүҙән тыш, яңы чемпиондарҙа тәрбиәләнәсәк.
Өфөләге Бокс прогресы үҙәге һәм Теннис академияһы төҙөләсәк
Өфөләге Бокс прогресы үҙәге һәм Теннис академияһы төҙөү буйынса ведомство-ара эш төркөмө булдырылды.







