Өфөлә рафтинг буйынса ярыштар үтте

Өфөләге ишкәкле слаломда Рәсәйҙә тәүге тапҡыр рафтинг буйынса ярыштар үтте.
  • Өфөлә  рафтинг буйынса ярыштар үтте

Ғәҙәттә, бындай ярыштар тау йылғаларында ойошторола. Әммә спорттың был төрөн Олимипия хәрәкәтенә индереүҙең төп шарты-ул уңайлы һәм спортсылар өсөн хәүефһеҙ урында үтергә тейеш. Ярыштарҙа ҡатнашыу өсөн илебеҙҙең 11 төбәгенән 150 спортсы килгәйне. Улар өсөн ишкәкле слалом үҙенсәлекле һынауға әйләнде. Башҡортостан спортсылар дөйөм зачетта икенсе урынды яуланы. Красноярск крайының ишкәкле слаломсылары менән бергә улар илдең йыйылма командаһы составына инде.