Илдең хәрби резервы отряды яугирҙары күнекмәләр үтә

Өс аҙна дауамында улар тактик, медицина һәм ут асыу әҙерлегенә өйрәнәсәк.
  • Илдең хәрби резервы отряды яугирҙары күнекмәләр үтә

Һуңынан республика күген дошмандың пилотһыҙ осоу аппараттарынан һаҡлауға тотонасаҡ. Резервта торғандарҙың хеҙмәте айырыла, хәрби йыйындар тамамланғас улар өйҙәренә ҡайта һәм элекке хеҙмәт урындарында эшләүен дауам итә. Хәрби йыйындар 60 көнгә һуҙыла, 15 көнө хәрби күнекмәләргә арнала һәм ҡалғаны сәнәғәт объекттарын һаҡлау менән үтә. Ғаризаны урындағы хәрби комиссариатта яҙырға мөмкин. Отряд командиры билдәләүенсә, яугирҙар тупланған, әммә “Барс”та хеҙмәт итергә теләүселәр кәмемәй. Резервистар сәнәғәт объекттарын, социаль учреждениелар һәм торлаҡты һаҡлау менән шөғөлләнә. Отрядтың төп маҡсаты – пилотһыҙ осоу аппараттарының һөжүмен кире ҡағыу. Башҡортостанда “Барс” отряды яугирҙары өсөн льготалар ҙа бар. Республика башлығының ошо турала Указы бар. Документҡа ярашлы, яугир сабыйҙары балалар баҡсаһына сиратһыҙ ҡабул ителә. Мәктәптә оҙайтылған көн төркөмдәренә һәм түңәрәктәргә бушлай йөрөй ала. Хәрби һәләк булған осраҡта ғаиләгә бер тапҡыр түләү күсерелә.