Башҡортостан яугирҙарына республиканан 188-се ылау барып етте

Гуманитар йөктә хәрбиҙәр өсөн кәрәкле бөтә әйберҙәр бар.
  • Башҡортостан яугирҙарына республиканан 188-се ылау барып етте

Был әгәр рәсми конвой булһа, ирекмәндәр һәм ябай кешеләр ҙә шәхсән махсус хәрби операция биләмәһенә яҡташтарыбыҙ һораған әйберҙәрҙе даими ташый. Шундай әүҙемдәр хаҡында беҙҙең хәбәрселәр әҙерләгән яҙмала.

Альфред Сафиндың ҡустыһы һәм дуҫы махсус хәрби операцияла алышҡан. Ирекмән тәүҙә улар һәм яуҙаштары өсөн кәрәкле әйберҙәр ташыған. Башҡа хәрбиҙәр менән дә дуҫлашып, туғанлашып бөткән. Ирҙең яҡындары Ватан өсөн башын һалған, әммә ирекмән хәҙер башҡа яҡташтарыбыҙға ла ярҙам итә. Альфред Сафин 50-гә яҡын подразделениеға гуманитар йөк ташый. Альфред Сафинға ҡатыны ла ярҙам итә. Ул ирекмәндәр һәм битараф булмаған кешеләр килтергән әйберҙәрҙе туплай, төйнәй һәм әҙерләп ҡуя. Машиналарға тултырыша һәм оҙатып ҡала. Альфред Сафин йәнә юлға йыйына. Был юлы ла уға бер-нисә урындан йөк тейәргә кәрәк. Гуманитар ылауға ирекмәндәр генә түгел, яугирҙарҙың яҡындары ла посылка һалып ебәрә.

Рәдиф Әхмәтов Альфред Сафиндың яҡын дуҫына, фекерҙәшенә әйләнгән. Улар оҙон юлда бер-береһен руль артында алмаштырып, сиратлап ял итәләр. Ирҙәргә төрлө ҡатмарлыҡтар һәм ауырлыҡтар аша үтергә тура килә. Әммә, улар бирешмәй, әленән әле юлға сыға. Өфө янындағы Миловка ауылында йәшелсәләр киптерелеп, яугирҙар өсөн аштар һәм бутҡалар әҙерләнә. Был эш бер көнгә лә туҡтамай. Цех ойошторолғандан алып ирекмәндәр 4 мең самаһы аш һәм 1 меңгә яҡын порция бутҡа әҙерләп, яугирҙарға оҙатҡан. Гуманитар йөк ташыусылар белешеп, бынан да ауыр ғына йөк тейәп китә. Кесеһенән олоһона тиклем фронтҡа ярҙам итергә тырышалар. Аҙыҡ-түлек, һыу, кейем-һалым, дрондар, генераторҙар, мейестәр, майшәмдәр һәм башҡа әйберҙәрҙе туплау ул бер. Тағы ла уларҙы имен алып барып, урын-еренә еткереү мөһим. Был эштә хәүефһеҙлек беренсе урынға сыға.

Юлға сығыр алдынан ирекмәндәр машиналарын тикшертә. Һәр бер деталь төҙөк булырға тейеш. Сафтан сығырлыҡтары алмаштырыла. Хеҙмәтләндереү үҙәге белгестәре техниканы ентекләп ҡарап сыға.Ирекмән махсус хәрби операция биләмәһенә айына 4-5 тапҡыр йөк ташыған. Хәҙер айына ике тапҡыр бара. Гуманитар ылау ташыусыларға тәүлегенә 2 мең саҡрым юл үтергә кәрәк. Ә юлда төрлө хәлдәр була. Мәҫәлән, Альфред Сафин махсус хәрби операция биләмәһенә бер барғанында аҙашып, дошман яғына сығып китә яҙған. Бәхеткә беҙҙең хәрбиҙәр ярҙамға килгән.Хәрбиҙәр ныҡлы тыл булғанда ғына еңеү яҡыная, тип белдерә. Быны ирекмәндәр бик яҡшы аңлай һәм яҡташтарыбыҙға кәрәкле әйберҙәрҙе ваҡытында алып барып еткерергә тырыша. Был эш тә еңел түгел, ә ҡайһы бер осраҡта хәүефле лә.