Юғары килем урынына – төрмә

Салауат ҡалаһында ҡомарлы уйын клубтарын ойоштороусылар һәм уларҙа эшләүселәр суд алдында яуап бирә.
  • Юғары килем урынына – төрмә

50-нән ашыу кешегә ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылған, улар араһында администраторҙар, кассирҙар, техниктар һәм һаҡсылар бар. Законһыҙ эшмәкәрлектән күрелгән зыян күләме 30 миллион һумдан ашыу. Ғәзиз Лоҡманов репортажы.

Диуарҙарҙа букмекер компаниялары плакаттары, түбәләрендә видеокамералар. Тик был “шаршау” ғына. Федераль именлек хеҙмәте вәкилдәре видеокамераларҙан яҙмаларҙы ҡарағандан һуң, унда ҡомарлы уйын геройҙарына тап була.

Бер-нисә йыл дауамында Салауат ҡалаһында йәшерен өс казино эшләй. Ҡомарлы уйын клубтарына халыҡты алдан яҙып һәм кеше кәңәше буйынса ғына индергәндәр. Эсенә хоҡуҡ һаҡлау органдарына үтеүе лә ҡатмарлы була.

20 сантиметр ҡалынлығындағы тимер ишектең элмәген быса алмайҙар. Шуға күрә, блоктар менән ҡапланған элекке тәҙрәләрҙе емерәләр.

Бина эсендә лицензияһыҙ 100-ҙән ашыу ҡомарлы уйын автоматы табыла. Һәр береһенән клуб хужалары тәүлегенә генә бер-нисә миллион һум законһыҙ килем алған. Казиноны өс ир ойошторған, улар араһында 52 йәшлек Андрей Самарин бар. Хәҙер уны Тәфтиш комитеты тәфтишселәре һәм Федераль именлек хеҙмәте вәкилдәре оҙата.

Тағы ла 53 йәшлек Евгений Виденеев, ул быға тиклем кешене туҡмап үлтергәне өсөн хөкөм ителгән булған. Тәүҙә ир Төркиәгә ҡасып китә, тик улының да тотолоп, һорау алынғанын белгәс, кире әйләнеп ҡайта. Рөхсәт ителмәгән бизнесты ойоштороу башланғысы менән 61 йәшлек Валерий Усманов сыҡҡан, етәкләгән һәм әле ҡасып йөрөй.

Тәфтишселәр тиҫтәләгән тикшереү уҙғарған, йөҙәрләгән шаһиттан һорау алған. Ғәйепләнеүселәрҙең 100 миллион һумға яҡын суммалыҡ мөлкәтенә арест һалынған. Ирҙәр әле изоляторҙа ҡала. Бөтәһе ҡомарлы уйын клубтары эше буйынса 51 кеше үтә һәм суд алдында яуап бирәсәк. Күбеһенә иркенән мәхрүм ителеү янай.