Алмира Һабаншина махсус хәрби операция биләмәһенән ҡайтты

Быйыл йәй Алмира Һабаншина махсус хәрби операция биләмәһенән ҡайтты.
  • Алмира Һабаншина махсус хәрби операция биләмәһенән ҡайтты
Өс йыл дауамында ул медицина ротаһында хеҙмәт иткән. Закир Шәрипов репортажы.
Алмира Һабаншинаның көндәлек тормошо хәҙер ғаилә мәшәҡәттәренән ғибарәт. Яңыраҡ ҡына был сибек ҡатын махсус хәрби операцияла яугирҙарҙың ғүмерҙәрен ҡотҡарған. 2023 йылда ул контракт төҙөп, алғы һыҙыҡта медицина ротаһында хеҙмәт итә.
20 йылдан ашыу эшләү осоронда Алмира Һабаншина ашығыс ярҙам күрһәткән, хәҙер ул уның тормош маҡсатына әйләнгән. Хәрби медицинала иһә үҙен бала сағынан һынап ҡарарға теләгән. Махсус хәрби операция башланғас шәфҡәт туташы ситтә ҡала алмаған.
Алмира Һабаншинаның дәүләт наградалары бихисап. Шулай уҡ яу тураһында фотолар хәтерләтә, уларға ҡарап ҡатын-ҡыҙҙың эске көсө, ҡаһарманлығы тураһында аңларға мөмкин.
Китапта шиғырҙарҙан тыш, яуҙаштарының иҫтәлеккә ҡултамғалары һәм балаларҙың һүрәттәре. Барыһы ла Алмира өсөн ҡәҙерле бүләк.
Махсус хәрби операциянан июнь айында ҡайтҡан. Өйҙә уны яҡындары көтөп алған, бигерәк тә ҡыҙы Рената һағынған. Хәҙер ул әсәһе менән бергә ваҡыт уҙғара.
Хәҙер ветеран тыныс тормошҡа өйрәнә, үҙ эшен дә алып бара – медицина университетында студенттарға белем бирә, уҡытыу үҙәгендә тактик медицина серҙәрен аңлата. Алмира Һабаншина “Халыҡ фронтында” ла ирекмәнлек эше менән мәшғүл. Шулай уҡ фронтҡа барырға йыйынғандарға беренсе медицина ярҙамы күрһәтергә өйрәтә.