Был турала дәүләт автомобиль инспекцияһынан белдерәләр.
Бер төркөм йәштәр башҡаланың автомобилдәр хәрәкәте күп булған проспектында мотоциклдарҙа күңел асырға ҡарар иткән, күрәһең. Улар китеп барған килеш тимер аттарын үрә баҫтырып салют атырға керешә. Һуңынан йәмәғәт тәртибен боҙоусылар артынан инспекторҙар ҡыуа төшә. Күптәр үҫмерҙәрҙең был ҡылығын ахмаҡлыҡ, иғтибар йәлеп итергә тырышыу, тип баһалай.







