158-се гимназияның 20 йыллыҡ юбилейы уның уҡыусыларының уңыштары менән тағы ла тулылана. Бындай бейеклеккә өлгәшеү еңелдән түгел, ул ҙур хеҙмәт һәм таһыллыҡ талап итә.
158-се гимназия — тәрән белем биреү үҙәге генә түгел, ә ысын таланттар ҡабыҙыусы белем усағы ла. Уҡыусылар республика һәм Рәсәй кимәлендәге төрлө олимпиадаларҙа, конкурстарҙа йыл да еңеү яулай.
Өфөнөң Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһында ҙур тантана — белем усағы асылыуға теүәл 20 йыл. Ошо арауыҡта мәктәп меңдәрсә балаға ҡанат ҡуйып, тормош юлына сығарып республиканың алдынғы уҡыу йорттарының береһенә әйләнде.
Гимназияның төп үҙенсәлеге — бында милли ҡиммәттәргә, туған телгә һәм тарихҡа айырым иғтибар бирелә. Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең исемен ғорурлыҡ менән йөрөткән уҡыу йорто уның оло мираҫын һаҡлай һәм йәш быуынға еткерә.
Байрамдың иң тулҡынландырғыс һәм тантаналы өлөшө — мәктәпкә халыҡ шағирының ҡыҙы, Мостай Кәрим фонды директоры Әлфиә Мостай ҡыҙы Кәримованың килеүе.
Ул гимназия коллективын юбилей менән ҡотланы һәм уҡыуҙа, фәндә, ижадта ҙур уңыштарға өлгәшкән иң һәләтле уҡыусыларға Мостай Кәрим исемендәге махсус гранттарҙы тапшырҙы.
Гимназияның юбилей кисәһе Мостай Кәрим исемендәге Милли Йәштәр театрының ҙур залында үтте, яҙыусының тыуған көнөнә арналған сараларҙың береһе булды. Алда Мостай Кәримгә арналған спектаклдәр, концерттар, әҙәби кисәләр.
20 йыллыҡ юбилей — был үткән юлға һығымта яһау ғына түгел, ә киләсәккә яңы пландар ҡороу ҙа. Алда М. Кәрим исемендәге 158-се гимназияны яңы үрҙәр, ҙур еңеүҙәр көтә.







