Тәүге һынау

Башҡортостанда бишенсе класс уҡыусылары Бәшир Рәмиев исемендәге республика математика лицей-интернатына уҡырға инеү өсөн ситтән тороп тест формаһында тәүге һынауҙарҙы үтте.
  • Тәүге һынау
Ул "Сириус.Курсы" платформаһында ойошторолдо.
Белгестәр балаларҙың логик фекерләүенә иғтибар итәсәк. 23 октябргә тиклем 6,7 һәм 9-сы клас уҡыусылары тест үтәсәк. Әлегә Бәшир Рәмиев исемендәге республика математика лицей-интернатында уҡырға теләүселәрҙән 1 мең 230 ғариза ҡабул ителгән. Белем усағына һайлап алыу өс этаптан тора. Тәүге этап Сириус. Курсы. Платформаһында ойошторола. Икенсеһенә тәүге этапта еңеүселәр Өфөгә саҡырыла. Өсөнсө этап — йәйге математика мәктәбе. Математика лицейының буласаҡ уҡыусылары үҙҙәрен бар яҡлап күрһәтергә тейеш. "Йәштәр һәм балалар" милли проекты сиктәрендә төҙөлгән мәктәп Радий Хәбировтың шәхсән башланғысы. Ул ил президенты Владимир Путинда ла яҡлау тапты. Лицей 360 урынға иҫәпләнгән. Унда алтынсы кластан унынсы класҡа тиклем талантлы балалар ҡабул ителәсәк.