Радий Хәбиров башланғысы менән Башҡортостанда 21 октябрҙә Милли бейеү көнө билдәләнә

Был көн осраҡлы ғына һайланмаған.
  • Радий Хәбиров башланғысы менән Башҡортостанда 21 октябрҙә Милли бейеү көнө билдәләнә

Тап 21 октябрь легендар бейеүсе һәм хореограф, РСФСР-ҙың һәм Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Фәйзи Ғәскәров тыуған. Хәҙер республиканың дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле уның исемен йөрөтә. Башҡортостанда төрлө милләт вәкилдәре дуҫ һәм татыу йәшәй. Уларҙың барыһы ла ата-бабаларының бейеү традицияларын һаҡлай һәм үҫтерә. Бейеү теле барыһына ла аңлашыла. Унда матурлыҡ һәм һомғоллоҡ, үткәндәр хаҡында иҫтәлек һәм киләсәккә ынтылыш бар. Ул барлыҡ сиктәрҙе үтеп, дуҫлыҡ һәм тыныслыҡ хаҡына милләттәрҙе берләштерә ала.