Премьер-министр Михаил Мишустин 2027 йылда байрам һәм ял көндәре тураһында ҡарарға ҡул ҡуйҙы

Яңы йылда 2 һәм 3 ғинуар шәмбегә һәм йәкшәмбегә тура килә.
  • Премьер-министр Михаил Мишустин 2027 йылда байрам һәм ял көндәре тураһында ҡарарға ҡул ҡуйҙы

Ял көндәре булғанлыҡтан, уларҙы 5 ноябргә һәм 31 декабргә күсерергә ҡарар ителде. Шулай итеп, яңы йыл каникулдары 11 көн – 2026 йылдың 31 декабренән 2027 йылдың 10 ғинуарына тиклем дауам итә. 20 февралдәге ял көнө 22 февралгә күсерелде. Шулай уҡ 21-23 февраль, 6-8 март, 1-3 май һәм 8-10 май, 12-14 июнь, 4-7 ноябрь ял көндәре итеп иғлан ителә.