Республика башлығы Радий Хәбиров етәкселегендәге делегация рәсми сәфәр менән Үзбәкстанда

Делегация составына төбәк Хөкүмәте ағзалары, министрлыҡ һәм ведомстволар етәкселәре, шулай уҡ бизнес вәкилдәре бар.
  • Республика башлығы Радий Хәбиров етәкселегендәге делегация рәсми сәфәр менән Үзбәкстанда

Радий Хәбиров Үзбәкстан һәм Башҡортостандың «Бекабад» технопаркын төҙөүгә тәүге нигеҙ ташы һалыуҙа ҡатнашты. Башҡортостан һәм Үҙбәкстан балаларға паллиатив һәм хоспис ярҙамын үҫтереү буйынса меморандумға ҡул ҡуйҙы. Сәмәрҡәнд ҡалаһында балалар хосписы төҙөлә һәм тиҙҙән ул үҙ ишектәрен асасаҡ. Учреждениеның концепцияһы Башҡортостан тәжрибәһе нигеҙендә тормошҡа ашырыла.

Документ ауыр һәм дауаланмаған сирҙәр менән ауырыған балаларға паллиатив һәм хоспис ярҙамы өлкәһендә хеҙмәттәшлекте нығыта. Яҡтар иң яҡшы тәжрибә менән уртаҡлашырға, норма-хоҡуҡи базаны үҫтерергә, белем биреү проекттарын бергәләп эшләргә, конференциялар һәм семинарҙар уҙғарырға, белгестәрҙе һәм ирекмәндәрҙе уҡытырға килеште.

Проектты тормошҡа ашырыуҙа “Бәхет биләмәһе” һәм “Өфө хосписы” мәрхәмәтлек фондтары попечителлек советы рәйесе Каринэ Хәбирова ингән халыҡ-ара консультация ярҙамы төркөмө мөһим роль уйнай. Уның башланғысы менән даими рәүештә Үҙбәкстан вәкилдәре менән техник һәм концептуаль мәсьәләләр буйынса кәңәшмәләр уҙғарыла.

Сәмәрҡәнд хосписын проектлауҙа Башҡортостан ярҙам күрһәткән, әле генплан һәм чертеждарҙы өҫтәмә эшләү бара. Был эштәр менән бергә ҡорамалдар һатып алына. Бинаны төҙөүгә лә беҙҙең республика белгестәре йәлеп ителгән. Каринэ Хәбирова төҙөлөш майҙансығында булды.

Өфө хосписы 2023 йылдың июнендә асылды. Ошо ваҡыт эсендә унда 2 мең 200-ҙән ашыу өлкән кешегә һәм 500-ҙән ашыу балаға ярҙам күрһәтелгән. Бында 123 белгес эшләй, 150 ирекмән булышлыҡ итә. “Өфө хосписы” мәрхәмәтлек фонды республикала 800-ҙән ашыу ғаиләгә ярҙам күрһәтә. Сәмәрҡәнд өлкәһе менән тәжрибә уртаҡлашыу бара ла инде. Быйыл июнь айында Өфөгә Сәмәрҡәндтә төҙөлгән балалар хосписының баш табибы Саодат Игамова килде. Ул станционар менән танышты, ашығыс ярҙам бригадаһы менән пациенттарға барҙы. Тиҙҙән Үҙбәкстан табиптары беҙгә килеп белем аласаҡ.

Сәмәрҡәнд ҡалаһында “Балалар именлеге өсөн инвестициялар” тип аталған Бөтә донъя саммиты үтә. Был майҙансыҡта төрлө илдәрҙән белгестәр тәжрибә уртаҡлаша.