Республиканың Рус драма театры легендаһы

Егерме йыл сәхнәлә, тиҫтәләгән ҡалала, фестиваль наградалары, һәр ваҡыт тулы залдар....
  • Республиканың Рус драма театры  легендаһы

Мостай Кәримдең «Ярлыҡау» повесы буйынса ҡуйылған "Ай һәм япраҡ ҡойоу" спектакле Республиканың Рус драма театры легендаһына әүерелде, тамашасылар алҡыштарына күмелде. Был турала тулыраҡ Гүзәл Батыраева сюжетында.

Ҡайһы берҙә тормош үҙе беҙҙең өсөн ЮЛ һайлай һәм һөҙөмтәлә – ул беҙ уйлағандан күпкә яҡшыраҡ булып сыға. Антон Болдырев менән дә шулай була: Мәскәүгә бараһы урынға яҙмыш елдәре уны Башҡортостанға алып килә. Антон алыҫ Сахалиндан, актер һөнәрен Екатеринбургта ала. Педагогтары кәңәше буйынса Өфөгә килә һәм 12 йыл буйына баш ҡалала йәшәй. Башҡорт ерендә ул ҡараған тәүге спектакль — «Ай һәм япраҡ ҡойоу» була. Ә беренсе ҙур роле — Любомир Зух.

"Ярлыҡау" повесы Мостай Кәримдең һуғыштан һуң 40 йылға яҡын уйлап йөрөгән әҫәре. Сюжет үҙәгендә — 20 йәшлек сержант-танкист Любомир Зухтың тарихы, ул яҙмыш ҡушыуы буйынса төпкөл ауылға килеп эләккән испан коммунистарының ҡыҙы Мария-Терезаға ғашиҡ. Режиссер Михаил Рабинович спектаклде 2006 йылда ҡуя. Яҙыусының улы — Илгиз Кәримов һәм драматург Айҙар Хөсәйенов повесты сәхнә өсөн ижад итә. Улар кино төшөрөүҙе һәм документаль хроникалар кадрҙарын берләштерә.

Мостай Кәрим Бөйөк Ватан һуғышын үтә, фронтта яралана. Һуңынан хәрби хәбәрсе булып эшләй. Һуғыш уның тормошонда һәм ижадында тәрән эҙ ҡалдыра, йылдар үткәс тә ул уйҙарында һынауҙар һәм юғалтыуҙар менән тулы көндәргә әйләнеп ҡайта. Хатта иң ҡатмарлы тормош мәлдәрендә лә ул шиғырҙар һәм проза ижад итә, юлдарҙа һәм һүҙҙәрҙә шәхси кисерештәрен һәм ваҡытты тойоу һәләтен ҡалдыра.

"Ай һәм япраҡ ҡойоу" спектакле Өфө театры сәхнәһендә — 20 йыл. Был ваҡыт эсендә уны Екатеринбург, Силәбе, Ульяновск тамашасылары күреп өлгөргән. Бихисап ижади конкурстарҙа ул бер нисә тапҡыр «фестивалдең иң яҡшы спектакле»тип таныла.