Башҡорт килендәре араһында этноконкурс башланды

Конкурс Рәсәй халыҡтары берҙәмлеге йылына, Башҡортостан Республикаһында Ҙур һәм татыу ғаилә йылына арналған.
  • Башҡорт килендәре араһында этноконкурс башланды

Иҫке Балтас ауылында башҡорт килендәре араһында «Йәш килен» республика этноконкурсы финалы башланды. Сарала Асҡын, Балтас, Кушнаренко, Краснокама, Мәсетле райондарынан һәм Өфө ҡалаһынан финалсылар ҡатнаша. Ф.Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбленең элекке солисы һәм Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Йәмилә Бикбаеванан улар халыҡ бейеүе буйынса оҫталыҡ дәресе алды. Ҡатнашыусылар «Килен бирнәһе» күргәҙмәһен ойошторҙо һәм баландан милли ризыҡтар әҙерләне. Алда ҡыҙҙарҙы ижади сығыштар, шәжәрәләрен яҡлау һәм финал көтә.