Александр Шельдяев. Политологтар фекере

Политологтар әйтеүенсә, Александр Шельдяевты хөкүмәт премьер-министры итеп тәғәйенләп Радий Хәбировтың яңы предприятиелар булдырыуға һәм сәнәғәтте үҫтереүгә ниндәй иғтибар биргәнен аңларға мөмкин.
  • Александр Шельдяев. Политологтар фекере

Уның тәжрибәһе хәҙер хөкүмәт кимәлендә лә кәрәк. Бынан тыш, сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министрлығының хәҙер инде элекке етәксеһен хөкүмәт рәйесе итеп тәғәйенләү Радий Хәбировтың иҡтисадтың реаль секторын үҫтереү пландарында ла сағылыш таба. Шулай уҡ, республика етәксеһенең был аҙымы махсус хәрби операция шарттарында социаль йүнәлешле иҡтисадты үҫтереү менән әүҙем шөғөлләнеү теләген дә күрһәтә.

"Барыһы ла еңеү өсөн" девизы Радий Хәбиров өсөн көнүҙәк булып ҡала. Тап Александр Шельдяев республика башлығы ҡушыуы буйынса "Инвестсәғәттәр" индерҙе. Ул шулай уҡ кризистарға ҡаршы һөҙөмтәле менеджер булараҡ та танылған, республиканың фәнни-технологик үҫеше кураторы булып та тора. 2023 йылдан Александр Шельдяев пилотһыҙ осоу аппараттарын үҫтереү департаменты булдырырға тәҡдим итте һәм уға етәкселек итә башланы. Башҡортостан төбәктәрҙе дронлаштырыу рейтингында өсөнсө урынды алды. Быларҙың барыһы ла Александр Шельдяевты өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙ е асыҡ күргән көслө ойоштороусы һәм идарасы итеп күрһәтә.