Республика башлығы Беларусь Милли банкы идараһы рәйесе менән осрашты

Республика башлығы Беларусь Милли банкы идараһы рәйесе Роман Головченко менән осрашты.
  • Республика башлығы Беларусь Милли банкы идараһы рәйесе менән осрашты
Өфөлә ул ике яҡлы хеҙмәттәшлекте үҫтереү буйынса эшсе төркөм ултырышында ҡатнашты. Яҡтар сауҙа-иҡтисади хеҙмәттәшлек, машиналар эшләү өлкәһендә берлектәге проекттар, ҡала транспортын һәм коммуналь техниканы яңыртыу, шулай уҡ туризмды һәм гуманитар бәйләнештәрҙе үҫтереү мәсьәләре буйынса фекер алышты. Радий Хәбиров билдәләүенсә, Башҡортостан Белоруссиянан сифатлы техника һатып алыу менән ҡыҙыҡһына. Ултырышта электр транспорты өлкәһендәге проектҡа айырым иғтибар бүленде. Роман Головченко билдәләүенсә, Минск автомобиль заводы менән Өфө трамвай-троллейбус заводының хеҙмәттәшлеге Башҡортостан предприятиеһына тәжрибәне үҙләштерергә генә түгел, үҙ компетенцияларын тергеҙергә лә мөмкинлек бирҙе.Шулай уҡ хаҡлы ялдағылар араһында йылдан-йыл популярлыҡ яулай барған «Башҡорт-белорус оҙон ғүмерлелеге» программаһын киңәйтеү ҙә ҡарала. Башҡортостан һәм Беларусь – күптәнге партнерҙар. Сауҙа-иҡтисади хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә 1999 йылдың июлендә үк ҡул ҡуйылғайны, ә 2001 йылда Өфөлә Белоруссияның Рәсәй Федерацияһындағы илселегенең бүлексәһе асылды. 2021 йылдан Минскийҙа Башҡортостандың вәкиллеге лә эшләй.