Республика башлығы Хөкүмәт алдында яңы маҡсаттар ҡуйҙы

Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай ултышында сығыш яһап Радий Хәбиров махсус хәрби операция шарттарында төбәк властары барлыҡ социаль бурыстарын теүәл үтәргә, бының өсөн иҡтисади нигеҙҙәре нығытырға кәрәк, тине.
  • Республика башлығы Хөкүмәт алдында яңы маҡсаттар ҡуйҙы

2030 йылға тиклем республика тулайым төбәк продуктын 4 триллион һумға еткерергә тейеш. Хәбәрсебеҙ Ғәлимйән Ибатуллин репортажы.

Башҡортостан махсус хәрби операция биләмәһенә 2 аҙна һайын гуманитар йөк оҙатырға тейеш. Республика алдында торған төп бурыстарҙың береһе — алғы һыҙыҡтағы яугирҙәр, уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам күрһәтеү. Был хаҡта Радий Хәбиров парламент депутаттары ултырышында белдерҙе. Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттары менән осрашыуҙа субъект етәксеһе “ветеран” статусына эйә булыусыларҙың һәммәһенә медицина, реабилитация мөмкинлеген булдырыуҙы айырым билдәләй.

Башҡортостан Парламенты ла бөгөн махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙы тыныс тормошҡа әүҙемләштереү өсөн яңы программалар өҫтөндә эш алып бара. Уларҙың береһе – эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнеү теләген белдергән яугирҙәргә дәүләт кимәлендәге булышлыҡ итеү. Социаль йөкләмәләрҙең тулы кимәлдә үтәлеүенә Башҡортостан Хөкүмәте яуаплы. Тик бының иҡтисади нигеҙҙең ныҡлы булыуы шарт. Радий Хәбиров Министрҙар Кабинетына ошондай бурыстар ҡуя. Уларҙың береһе 2030-сы йылға төбәктең тулайым тауар әйләнешенең 4 триллионға етеүе. Бының өсөн фәнни-технология мөмкинлектәрен иҫәпкә алыу кәрәк. Иҡтисадты үҙгәртеп ҡороу, етештереүҙе арттырыу һәм үҫештең яңы нөктәләрен аныҡлау. Тағы бер баҫҡыс – предприятиелар һәм фәнни коллективтар потенциялын берләштереү.

Башҡортостан Хөкүмәтендә хәҙер яңы рәйес. Министрҙар кабинеты эше өсөн шишәмбенән Александр Шельдяев яуаплы. Премьер-министр вазифаһына уның кандидатураһын Радий Хәбиров тәҡдим иткәйне. Александр Шельдяев Һарытау өлкәһенең Карловка ауылында тыуған. Министрҙар Кабинетында 2005-се йылдан бирле эшләй. Хөкүмәттең яңы рәйесе Министрҙар кабинеты алдындағы өҫтөнлөклө бурыстарҙы ла атаны. Исемлектең беренсе урынында технологик суверенитет һәм лидерлыҡ. Был шишәмбенән Башҡортостанда балалар хоҡуғын яҡлау буйынса яңы вәкилдең дә исеме аталды. Омбудсмен итеп Ирина Сухарева тәғәйенләнде.