Республика Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев әйтеүенсә, йыл аҙағына тиклем Өфөнөң Ленин һәм Дим райондарында һәм Нефтекаманың 14-се биҫтәһендә 1 мең 225 уҡыусыға иҫәпләнгән өс объектты, киләһе йылда Стәрлетамаҡтың Яр буйы-1 биҫтәһендә 1 мең уҡыусыға иҫәпләнгән мәктәпте файҙаланыуға тапшырыу ҡарала. «Йәштәр һәм балалар» һәм «Ғаилә» милли проекттары сиктәрендә Рәсәй Президенты Владимир Путин башланғысы менән мәғариф ойошмаларына капиталь ремонт үткәреү буйынса федераль программаға ярашлы Башҡортостанда 54 объект – 42 мәктәп, алты балалар баҡсаһы һәм алты колледж – яңыртыла. 2027-2028 йылдарға федераль программа буйынса 53 белем биреү объектын ремонтлау ҡарала.
Башҡортостанда 2026 йылдың аҙағына тиклем өс яңы мәктәпте сафҡа индереү ҡарала
Былтыр федераль финанслау ярҙамында алты мәғариф объекты төҙөлгән







