Улар фельдшер-акушерлыҡ пункты төҙөүҙө һорайны. Хәҙер районда бер юлы өс яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты бар. Тулыраҡ хәбәрсебеҙ Гүзәл Ишкинина сюжетында.
Бында ярҙам һорап ҡына түгел, ә йылы һүҙ, яҡшы мөғәлләмә өсөн дә киләләр. Ә йылылыҡ сығанағы — ярты быуатҡа яҡын стажы булған фельдшер — Әлфирә Усман ҡыҙы Ноғаманова. Халыҡ өсөн ул табип ҡына түгел — хирург та, стоматолог та, акушер- гинеколог та. 2024 йылда Ҡыҙғы ауылы халҡы фельдшер пункттары кәрәклеге хаҡында Республика башлығына видео мөрәжәғәт яҙҙырғайны. Һөҙөмтәлә, районда бер юлы өс яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты асыла. Хәҙер Әлфирә Усман ҡыҙы пациенттарҙы яңы бинала, уңайлы бүлмәлә ҡабул итә. Фельдшер пунктында бөтә кәрәк-яраҡтар бар: процедура һәм күҙәтеү кабинеттары, медикаменттар һәм вакциналар һаҡлау урыны. Ололарҙы ла, балаларҙы ла тикшерергә мөмкин. Фельдшерҙың эше медпункт стеналары менән генә сикләнмәй. Биләмәне төҙөкләндереү менән дә Әлфирә Усман ҡыҙы үҙе шөғөлләнә. Яңы фельдшер-акушерлыҡ пунктын ул ултыртҡан шыршылар янында төҙөгәндәр. Архангел районы халҡын борсоған мәсьәлә тура бәйләнеш аша тиҙ арала хәл ителде. Быйыл республика башлығы менән тура бәйләнешкә тәүге тапҡыр мобиль студия ярҙамында ла һорау менән мөрәжәғәт итергә мөмкин.







