Радий Хәбиров әйтеүенсә, яңыраҡ ҡына был проект ғәмәлгә ашырып булмаҫлыҡ тойола ине. Тиҙҙән иһә трассаның 23 саҡырымлыҡ яңыртылған өлөшө файҙаланыуға тапшырыласаҡ. Бында аварияларҙы кәметеү йәһәтенән светофорҙар, яҡтыртҡыстар ҡуйыласаҡ, тротуарҙар эшләнәсәк. Йыл аҙағына тиклем юлдың өр-яңы өлөшө сафҡа инер, тип көтөлә.
Күҙ ҡурҡа, ҡул эшләй
Республика башлығы Стәрлетамаҡ янында Р-240 трассаһының ҡурҡыныс өлөшөн киңәтеү тураһында хәбәр итте.







