2028 йылда Өфө Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы саммитын ҡабул итә

Республика өсөн был халыҡ-ара сара ғына түгел, ә инвестициялар йәлеп итеү, сит илдәр менән иҡтисади бәйләнештәрҙе нығытыу өсөн мөмкинлек.
  • 2028 йылда Өфө Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы саммитын ҡабул итә

Саммитты үткәреү көндәре әлегә билдәле түгел, шулай ҙа уға федераль кимәлдә лә, төбәк кимәлендә лә етди әҙерлек башланды. Рәсәй президенты Владимир Путин указына ярашлы, федераль ойоштороу комитеты төҙөлдө. Уның рәйесенең урынбаҫары итеп Радий Хәбиров тәғәйенләнде. Республика башлығы ШОС саммитын юғары кимәлдә ойоштороу һәм үткәреү бурысын ҡуя. Халыҡ-ара мөнәсәбәттәрҙең һәм хәҙерге заманда Рәсәйҙең әһәмиәтен бар донъя бик яҡшы белә. Саммит көндәрендә Өфө донъяуи мәсьәләләр хәл ителгән мәғлүмәт үҙәгенә әйләнәсәк. Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы һәм БРИКС илдәре саммиттарының береһе 2015 йылда Өфөлә үткәйне. ШОС саммитында Өфө декларацияһы һәм ойошманың 2025 йылға тиклем үҫеш стратегияһы ҡабул ителгәйне. Тап Башҡортостанда үткән ултырыштан һуң Өфө конгресс башҡалаһы тигән статус алды. Киләһе саммит, белгестәр фекеренсә, Башҡортостан өсөн инвестициялар йәлеп итеү, һатыу баҙарҙарын киңәйтеү, транспорт һәм ҡала инфрастуктураһын, туризм һәм хеҙмәтләндереү өлкәләрен үҫтереү, республиканы танытыу йәһәтенән киң мөмкинлектәр аса. Әле Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһында Беларусь. Һиндостан, Ҡаҙағстан, Ҡытай, Ҡырғыҙстан, Паҡстан, Рәсәй, Тажикстан һәм Үзбәкстан ағза булып тора. Әфғанстан һәм Монголия күҙәтеүсе статусында, тағы ла 15 ил партнер сифатында.