"Һәр өсөнсө" тип аталған тамаша ябай кешеләр яҙмышы, һуғыш һәм Еңеү тураһындағы йырҙар, хәрбихроника кадрҙары менән үрелеп бара. Был проект Рәсәй һәм Белоруссияла меңләгән кешелә яҡлау тапты.
Башҡорт ерендә билдәле белоруссия икмәктәре. "Башҡортостан" дәүләт концерт залында Минск икмәк бешереүселәренең күргәҙмәһе. Әпәйҙе Бөйөк Ватан һуғышы рецебы буйынса бешергәндәр, йәғни, һалам һәм ағас онтағы ҡушҡандар. Ошондай икмәкте концлагерҙа тотҡондарға биргәндәр. Ленинград блокадаһында ҡалғандарға ла паек таратҡандар. Ошонда уҡ ялан почтаһы эшләне. Теләгән һәр кем танышына һәм дуҫтарына өсмөйөшлө хат ебәрә алды. Республика Башлығы Радий Хәбиров һәм Беларусь Милли банкы идараһы рәйесе Роман Головченко ла Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан Башҡортостан ветерандарына хат яҙҙы.
Радий Хәбировҡа Бөйөк Ватан һуғышына арналған китаптар бүләк иттеләр. Улар араһында "Беларусь халҡы геноциды" тигән баҫма бар. Китапханаға шулай уҡ “Беларусь. Фажиғә һәм хәҡиҡәт хәтере” тигән фәнни-популяр сериянан китаптар тапшырылды. Был ике республика араһында хеҙмәттәшлектең ныҡлы икәненә тағы бер дәлил булып тора.Хәрби хрониканың һирәк осраған кадрҙары. “Һәр өсөнсө” тигән концерттың беренсе өлөшө белоруссия ерендәге фажиғәгә арналған.
Беренсе минуттан алып тамашасы артистар менән бергә һуғыштың ауырлыҡтарын тоя. Ауыртыу, ҡурҡыу һәм ҡайғы. Зал барыһын да торған көйөнсә тиерлек ҡараны һәм тыңланы.Концерттың шиғри нигеҙендә яҙыусы Анатолий Вертинскийҙың “һәр дүртенсе буйынса реквием” әҫәре ята. Тәүҙә Белоруссиянан Бөйөк Ватан һуғышында һәр дүртенсе кеше һәләк булған тигән мәғлүмәт була. Ысынында һәр өсөнсөһө башын һала. Шуға күрә лә концерт шулай атала. Концерттың икенсе өлөшө замандаштарыбыҙҙың ата-бабаларыбыҙ иҫтәлеге алдында яуаплылығына арналды. Беларусь һәм Рәсәй авторҙарының киң билдәле йырҙары һәм заманса әҫәрҙәре яңғыраны.“Һәр өсөнсө” концерт-реквиемды Белоруссияның меңләгән кешеһе ҡараған. Проект Мәскәүҙә, Ҡазанда, Санкт-Петербургта һәм Түбәнге Новгородта күрһәтелгән. Ә Өфөнән һуң Силәбе, Екатеринбург һәм Новосибирск ҡалаларында ла тамаша ҡыласаҡтар.







