Ҡышҡа алдан әҙер бул!

Был аҙнала шиномонтажкаларҙа сираттар күбәйер тип көтөлә, сөнки көндәр һалҡынайта һәм һауа торошоноң тағы ла ҡатмарлашыуы күҙаллана.
  • Ҡышҡа алдан әҙер бул!

Әлегә тәгәрмәс алмаштырыу үҙәктәрендә сираттар күҙәтелмәй, шулай ҙа эште теүәлләп ҡуйырға кәрәк, ти белгестәр. Быйыл был хеҙмәт төрөнә хаҡтар ҙа артҡан. Ошо хаҡта беҙҙең хәбәрселәр әҙерләгән яҙмала.

Көҙ етеү менән шиналарҙы алмаштырыу һәм йүнәтеү үҙәктәрендә ҡыҙыу осор башлана. Автоһәүәҫкәрҙәр һәм водителдәр машиналарының тәгәрмәстәрен ҡышҡыларына алмаштырырға ашыға.

Павел Лобастов алыҫ сәфәргә сығырға йыйына. Юлда уға урман-тауҙар аша ла үтергә тура киләсәк. Рәсәй төбәктәрендә һауа торошо төрлөсә икәнен һәм ҡыш яҡынлашыуын иҫәпкә алып автоһәүәҫкәр тәгәрмәстәренә ҡышҡы резина ҡуйырға ҡарар иткән.

Әлфиә Бүләкова йыл һайын тәгәрмәстәрен иртәрәк алмаштыра. Бының өсөн ул алдан яҙылып ҡуя. Шулай тынысыраҡ та, хәүефһеҙерәк тә, ти ҡатын.

Йыл һайын инфляция үҫә бара. Хаҡтар артыуы бөтә өлкәлә лә һиҙелә. Бензин менән бергә запас частар ҙа ҡиммәтләнде. Тәгәрмәс йүнәтеү һәм резина алмаштырыу оҫтаханаларында ла хеҙмәт күрһәтеүгә бер ни тиклем хаҡтар күтәрелгән. Машинаһына һәм тәгәрмәсенә ҡарап уртаса 500 һумдан 1 мең һумғаса.

Ҡышҡа алдан әҙер бул! Белгестәр тәгәрмәсте һалҡындар төшмәҫ элек алмаштырырға кәңәш итә. Шипылары осоп бөтә тигәнгә иғтибар итмәҫкә саҡыралар. Резинаны һатып алып була, ә бына ғүмерҙе юҡ, ти белгестәр.

Ҡышҡылыҡҡа кемдер шипыһы булғанын ҡуйырға тырыша, ҡайһы берәүҙәр липучка тигән резинаға өҫтөнлөк бирә. Теләгәнен һайлап ал, кеҫәң генә ҡалыныраҡ булһын.

Автомобиль өсөн резинаны автоһәүәҫкәрҙәр мөмкинлектәренә ҡарап һайлап ала. Аңлашыла, ҡиммәтерәктәре — сифатлыраҡ, йомшағыраҡ, тауышһыҙыраҡ, арзаныраҡтары – ҡатыраҡ, асфальта тауышы көслөрәк. Әммә, тиҙлекте самалап йөрөгәндә, барыһы ла талаптарға яуап бирә, юлды тота, ти белгестәр.

Әлегә тәгәрмәс алмаштырыу үҙәктәрендә сираттар күренмәй. Шулай ҙа халыҡ яйлап килә, быға көндәрҙең йылы тороуы сәбәпсе. Тик был аҙнала төндәрен һалҡынайта башланы, һауа температураһы -2, -7 градус һалҡын күрһәтә. Синоптиктар киләһе аҙнала ямғыр, ҡар ҡатыш ямғыр яуыуы күҙаллана, тип белдерә. Шуға күрә лә йәйге резинаны ҡышҡыһына алмаштырырға кәрәк, ти эксперттар.