Республика башлығы математика лицей-интернатының төҙөлөш майҙансығында булды

"Йәштәр һәм балалар" милли проекты сиктәрендә төҙөлгән мәктәп Башҡортостанда дөйөм белем биреү системаһының флагманына әйләнәсәк.
  • Республика башлығы математика лицей-интернатының төҙөлөш майҙансығында булды

Унда 6-сы класстан 11-се классҡа тиклем талантлы балалар ҡына уҡыясаҡ. Уларға пелагог-новаторҙар белем бирәсәк. Хәбәрсебеҙ Дилара Әхмәҙишина сюжеты.

Математика лицей-интернаты "Аврора" таланттарҙы үҫтереү үҙәге, Евразия фәнни белем биреү үҙәгенә ингән юғары уҡыу йорттары, фәнни ойошмалар менән хеҙмәттәшлек итәсәк. Уҡыу йортонда математика, информатика, программалау өлкәһендә лидерҙар әҙерләнәсәк. Мәғрифәт министры Илдар Мәүлетбирҙин билдәләүенсә, олимпиаданың тәүге этабында илдең 11 төбәгенән 1 мең 229 бала ҡатнашҡан.

Республика математика лицей-интернаты төҙөлөшө былтыр башланғайны. Радий Хәбиров эштәр барышы менән яҡындан танышты. В торлаҡ блогында 250 кеше һыйҙырырлыҡ бүлмәне ҡараны. Корпустың беренсе ҡатында ситтән саҡырылған уҡытыусылар өсөн номерҙар ҡаралған. Икенсе-алтынсы ҡаттарҙа уҡыусылар өсөн бар уңайлыҡтары булған 115 бүлмә урынлашҡан. Төҙөүселәр эске эштәр менән мәшғүл, йыл аҙағына тиклем йылы биреү ҡарала. Өс ҡатлыҡ корпуста витраждарға быяла ҡуйыла, электр селтәре, елләтеү системаһы монтажлана. Б блогы уҡыу йортоноң барлыҡ корпустарын дөйөм коридорҙар һәм лифттар менән тоташтыра. Биш ҡатлыҡ Г блогында конференциялар залы урынлаша.

Белем усағына һайлап алыу өс этаптан тора. Тәүге этап Сириус. Курсы. Платформаһында ойошторолдо. Икенсеһенә тәүге этапта еңеүселәр Өфөгә саҡырыла. Өсөнсө этап — йәйге математика мәктәбе.

"Йәштәр һәм балалар" милли проекты сиктәрендә төҙөлгән мәктәп Радий Хәбировтың шәхсән башланғысы. Ул ил президенты Владимир Путинда ла яҡлау тапты.