Белорет районында әле 200 гектарҙа урман яна.
Был хаҡта Республика хөкүмәтендә бөгөн үткән кәңәшмәлә әйтелде. Унда Дыуан районындағы янғын сәбәптәре лә аталды. Ут ҡояш аҫтында ятҡан быяла ярсығы ҡыҙыуынан сыҡҡан. Хөкүмәт рәйесе урынбаҫары Марат Мәһәҙиев әйтеүенсә, янғындарға бәйле хәл бик ҡатмарлы. Фажиғә теркәлгән райондарҙы етди тикшереү көтә.