Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Тулыраҡ: Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Ҡабулда террор ғәмәлендә 8 кеше һәләк булған, 25 кеше яраланған. Шартлау Америка илселегенән йыраҡ түгел генә яңғырай. Террорсы ҡала аша үтеүсе НАТО колоннаһын шартлатырға уйлаған.

Американың Миссури штатын һыу баҫа. Һәләк булыусылар һәм хәбәрһеҙ юғалыусылар бар. Автомобиль юлдары һыу аҫтында ҡалған. Синоптиктар көслө ямғырҙар яуасаҡ, тип иҫкәртә. Ҡотҡарыусылар халыҡты имен урындарға күсергә саҡыра.

Кубала диңгеҙ ҡыҫалаһының миграция миҙгеле башланды. Миллионлаған краб йомортҡа һалыр өсөн йылы пляждарға юл алған. Меңләгән турист диңгеҙ ҡыҫалаларын күҙәтеү өсөн тап ошо ваҡытта махсус Азатлыҡ утрауына килә.