Башҡортостан Бөйөк Еңеүҙең 72 йыллығын байрам итергә әҙерләнә

Тулыраҡ: Башҡортостан Бөйөк Еңеүҙең 72 йыллығын байрам итергә әҙерләнә

Башҡортостан Бөйөк Еңеүҙең 72 йыллығын байрам итергә әҙерләнә.

4 йылға һуҙылған Бөйөк Ватан һуғышында рәсми мәғлүмәттәр буйынса 27 миллион кешенең ғүмере өҙөлөп, йөҙҙәрсә мең ауыл һәм ҡала ер менән тигеҙләнә. Башҡортостан ил азатлығы өсөн көрәшкә 700 меңгә яҡын ул һәм ҡыҙҙарын оҙата. Уларҙың һәр икенсеһе тыуған яҡтарына кире әйләнеп ҡайтмай. Күрһәткән батырлыҡтары өсөн республиканан 278 яугир Советар Союзы геройы, ә 35 кеше Дан орденының тулы кавалеры исемдәренә лайыҡ була.