Башҡортостан эҙәрмәндәре Ленинград өлкәһендә Бөйөк Ватан һуғышы һалдаттары ҡалдыҡтарына юлыҡҡан. Экспедицияла республика район-ҡалаларынан 150 уҡыусы һәм студенттар ҡатнаша.Улар Воронов, Хандров һәм Волхов фронттары сигендә ҡаҙыу-эҙләнеү эштәре алып бара. Башҡортостан эҙәрмәндәре әлегә 30-лаған Ҡыҙыл армеец ҡәберен тапҡан. Благовар районы һәм Октябрский отрядтары шартлаған мина соҡорона ташланған 3 минометсыны табып, миҙалдары буйынса 2 һалдаттың шәхесен дә асыҡлай алған. Кире юлда яҡташтарыбыҙ Мәскәүҙәге Ҡыҙыл майҙанда Үлемһеҙ полк маршына ла ҡушыласаҡ. Ойоштороусылар билдәләүенсә, беренсе тапҡыр Башҡортостан эҙәрмәндәре лагерҙы халыҡ-ара кимәлдә ойошторған. Бында Луганск халыҡ республикаһы вәкилдәре лә ҡатнашҡан.
Башҡортостан эҙәрмәндәре Ленинград өлкәһендә
Тулыраҡ: Башҡортостан эҙәрмәндәре Ленинград өлкәһендә