Бер кем дә,бер нимә лә онотолмаған.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты тарафынан 112-се башҡорт кавалерия дивизияһының шанлы юлына арналған күләмле акцияһы тамамланыуға бара. Уның сиктәрендә ҡоролтай ағзалары,ғалимдар,йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре автомобилдәрҙә 112-се кавалерия дивизияһы юлын үтте. Һамар-Волгоград-Обливская станицаһы-Морозовск,Белая Калитва ҡалалары-Ростов өлкәһенең Красновка хуторы аша үткән маршрутта Башҡортостан вәкилдәре иҫтәлекле, ҡан ҡойғос алыштар булған урындарҙа туҡтап, яугирҙәрҙе иҫкә алды.Маршрут үткән юлға ысынлап та ҡан, күҙ йәштәре һәм ватанға тоғролоҡ рухы һеңгән. Бындағы ҡәберлектәрҙә Башҡортостандың бихисап яугирҙары ерләнгән. Морозовск ҡалаһын азат иткән өсөн башҡорт кавалерия дивизияһы Иосиф Сталиндың рәхмәтен ала. Белая Клитва ҡалаһы эргәһендә бер ҡасабаға Советтар Союзы геройы, башҡорт эскадроны командиры Атаев исеме бирелгән, ә Клитва ҡалаһының үҙәк урамдарының береһе дивизия командиры Миңлеғәле Шайморатов исемен йөрөтә. Күләмле маршрут, бөгөн Ростов өлкәһенең Тарасов районындағы 13 герой мемориалында тамамлана. Тап ошонда ҡаһарман яҡташтарыбыҙ – Зөбәй Үтәғолов һәм Тимерәй Ҡобаҡаев ерләнгән.