Республика Хөкүмәте составында яңы министр

Башҡортостандың сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министрлығы эше өсөн хәҙер Тимур Герасимов яуаплы.
  • Республика Хөкүмәте составында яңы министр

Бынан тыш Мәсетле, Ишембай райондары хакимиәттәрендә лә яңы башлыҡтар. Был турала оператив ултырышта Радий Хәбиров белдерҙе. Кәңәшмә һәм унда ҡаралған мәсьәләләр тураһында хәбәрсебеҙ Ғәлимйән Ибәтуллин.

Башҡортостанда сәнәғәт үҫеше арта. Уҙып барған йылдың тәүге һөҙөмтәләрен Радий Хәбиров шәхсән атаны. Республикалағы индекс Рәсәй субьекттары менән сағыштырғанда байтаҡҡа юғарыраҡ. Башҡортостан бөгөн тағы ла бер ҙур сараға әҙерләнә. Теүәл 2 йылдан республикала донъя кимәлендәге спорт форумы уҙасаҡ. Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһына ингән илдәр үҙ атлеттарын Өфөгә ебәрәсәк.

Башҡортостандың мәғариф флагманы – республика математика лицей-интернатына ла бәйле яңылыҡ бар. Уҡыу йортонда белем биреү киләһе йылдың өсөнсө семестрынан старт ала. Ә лицей-интернат директорын Радий Хәбиров шәхсән тәғәйенләй.

Республиканың белем биреү системаһына бәйле тағы бер яңылыҡҡа ҡыуанысын йәшермәй Радий Хәбиров. Белорет, Өфө мәктәптәре балалар туҡландырыу буйынса иң яҡшылар, тип танылды.

Электрон машиналар ғына әлегә Башҡортостанда бик күп түгел. Уларҙы Өфө-Ырымбур трассаһына сығарыу ҙа бер яҡлап йәл. Ни тиһәң дә, федераль магистралде төнгө ваҡытта тулыһынса яҡтыртыу мөҙҙәте йәнә декабргә күсерелә. Ошо юлға бәйле тағы ла бер хәбәр бар. Магистралдең Стәрлетамаҡ ҡалаһы янындағы өлөшөн урап үтеүсе юл ноябрҙә тулыһынса эш башларға тейеш.

Башҡортостандың юл һәм транспорт хужалығы министры, мәҫәлән, республика юлдарын ҡышҡы миҙгелгә әҙерлеген раҫлай. Юлдарҙы таҙартыу, күперҙәр именлеге, һәм башҡалар һәм башҡалар.Ҡарлы-буранлы ҡыш зубрҙарға ғына ҡурҡыныс түгел.

Башҡортостан өсөн ҡыҙыҡлы проекттың дауамы ла бар кеүек ине. Ул Пржевальский аттарын үрсетеү. Әммә, был программа әлегә туҡтатыла. Уның сәбәптәрен экология һәм тәбиғғәт файҙаланыу минисры Нияз Фазылов шәхсән аңлата. Дүшәмбе ултырышында республика театрҙары тормошона бәйле мәғлүмәттәр ҙә иғлан ителде. Киләһе йыл Башҡортостандың профессиональ коллективтарҙы илдең төп сәхнәләренең береһе – Ҙур театрҙа сығыш яһай. Ә Актерҙар йорто иһә ШОС илдәре самиты көндәрендә үҙ ишеген асырға тейеш.