Күсмә студияға халыҡ әүҙем килә

Нефтекамала, Николо-Березовка ауылында, Бәләбәйҙә, Өфөлә, Шишмәлә күсмә мобиль студия эшләне.
  •  Күсмә студияға халыҡ әүҙем килә

Теләүселәр һорауын унда яҙҙыра алды. Республика халҡы Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар менән мөрәжәғәт итә? Хәбәрсебеҙ Гүзәл Ишкинина сюжеты.

Ғәҙәттә, Өфөләге Көрәш Һарайында күнекмәләр һәм спорт ярыштары үткәрелә. Тик был көндө комплекс Башҡортостан Башлығы менән «Тура бәйләнеш»кә һорауҙар, теләктәр яҙҙырыу өсөн күсмә студия майҙансыҡтарының береһенә әйләнде. Өфө районында йәшәүсе Вячеслав Хәбибуллин беренселәрҙән булып яңы формат ярҙамында мөрәжәғәт итте. Өфөнән Ирина Решетникова торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендәге мәсьәлә менән мөрәжәғәт итте. Ул студия эше тураһында интернет аша белгән.Стәрлетамаҡ ҡалаһында йәшәүсе халыҡ блогеры Рөстәм Яҡшыбаев та Көрәш Һарайына улы менән килгән. Ул халыҡҡа йырлаусы водитель булараҡ билдәле.6 йыл эсендә тәүге тапҡыр «Тура линия» тағы ла уңайлыраҡҡа әйләнде. Ойоштороусылар билдәләүенсә, мобиль студия эше республика халҡы өсөн ҡулай. Мобиль студия бик уңайлы ысул. Камера, ут, микрофон ҡуйылған урынға килеп үҙеңдең һорауыңды бирергә генә ҡала. Күсмә мобиль студия 3 ноябрь Белоретта, 5 ноябрь Салауат һәм Дыуан райондарында, 6 ноябрь Балаҡатай районында эшләй.