Аҙналыҡта ҡатнашыу өсөн республикаға 14 дәүләттән һәм Рәсәйҙең 11 төбәгенән делегациялар килде. Радий Хәбиров иҡтисадтың ижади секторына арналған күләмле сараны Өфөлә үткәреүҙең мөһимлеген билдәләне.
Әле Башҡортостанда креатив өлкәлә 10 мең эшҡыуар эшләй. Былтыр уларҙың һаны 30, ә быйыл тағы ла 13 процентҡа артҡан. Марина Монгуш билдәләүенсә, был форум башҡаларынан ҡиммәттәрҙе берләштереү аша ижади индустрияларҙың иҡтисади һөҙөмтәлелеген арттырыуға йүнәлтелеүе менән айырылып тора. Тикшереүҙәр күрһәтеүенсә, донъяла әле дөйөм кешелек ҡиммәттәренә, дуҫтарса мөнәсәбәттәргә ихтыяж ҙур. Осрашыу йомғаҡтары буйынса яҡтар креатив индустрия өлкәһендә берлектәге проекттарҙы үҫтерергә һөйләшеп килеште.







