Хәсән Назар 1 ноябрь вафат булды. Киләһе йылдың 15 ғинуарында уға 85 йәш тулған булыр ине. Хәсән Назар халыҡ шағиры, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты. Әҙәбиәт өлкәһендәге ҡаҙаныштары өсөн ул шулай уҡ "Башҡортостан Республикаһы алдындағы ҡаҙаныштары өсөн" ордены, Рәми Ғәрипов, Зәнәп Биишева исемендәге премиялар менән дә бүләкләнгәйне.
Башҡортостандың халыҡ шағиры Хәсән Назар арабыҙҙан китте
Уның менән 3 ноябрь 11 сәғәттән Матбуғат йортонда хушлашырға мөмкин.







